Рәсәйҙә һыуға һалым һалына. Ер аҫтынан быраулап ҡаҙҙырып сығарылған һыу һәм ҡоҙоҡтар хужаларынан һалым түләтеү законы Рәсәйҙә быйыл ғәмәлгә инә. Законға ярашлы, ҡоҙоҡҡа иҫәпләү прибры ҡуйылырға тейеш. Прибор күрһәткесен хужалар күҙәтеп барып, һалым түләргә бурыслы. Шәхси маҡсатта ҡулланылған 20 метрҙан тәрән булмаған ҡоҙаҡтар өсөн һалым түләргә кәрәкмәй.