Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 21:05

Өс ҡыҙ -- өсләтә бәхет

Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының бала табыу йортонан Сибай ҡалаһынан өс игеҙәк ҡыҙҙы сығарҙылар. Бәләкәстәр 4 июндә тыуған. Һәр береһенең ауырлығы ике килограмм тирәһе генә булғас улар табип күҙәтеүе аҫтында ятҡан.

Йәш ата-әсә ҡыҙҙарға Полина, Арина һәм Ева тип исем ҡушҡан. Йәш әсә Резеда Арнаутова әйтеүенсә, бәпестәрен ул ғаилә дуҫы бүләк иткән булавкалар ярҙамында айыра. Иҫтәлекле бүләк ҡыҙҙарҙың баш кейеменә беркетелгән.
--Әсә йөрәге һиҙгер бит, төндә тауыштарынан кем илауын айырам,--ти бәхетле әсә.