Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 11:36

Рәсәйҙә инфекцион дауаханалар асыла башланы

Рәсәй президенты В.В.Путинға Оборона министры Сергей Шойгу COVID-19 һәм башҡа ауырыуҙарҙан дауалау өсөн дүрт медицина үҙәгенең төҙөлөп бөтөүе тураһында хәбәр итте.

Рәсәй президенты В.В.Путинға Оборона министры Сергей Шойгу COVID-19 һәм башҡа ауырыуҙарҙан дауалау өсөн дүрт медицина үҙәгенең төҙөлөп бөтөүе тураһында хәбәр итте.
Сергей Шойгу белдереүенсә, дауаханалар Воронежда, Дагестан Республикаһының Каспий, Дербенте, Хасавюрте ҡалаларында төҙөлгән. Улар заманса йыһазландырылған һәм бөтә кәрәкле медицина ҡорамалдары менән тулыландырылған. Дауаханалар бөгөндән ауырыуҙарҙы ҡабул итергә әҙер.
Бөгөнгө көндә коронавирус киҙеүен эләктереүселәр һаны 654 меңдән ашты. Уларҙың 422 меңе һауыҡҡан, 9536 кеше вафат булған.
#В.В.ПУТИН
Читайте нас: