АТАЙСАЛ
-16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 13:29

Ҙур теләк менән тауыш бирәләр

Бөгөн дәүләтебеҙҙең төп документы - Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙең һуңғы көнө. Сибай ҡалаһының 633-сө һайлау участкаһында иртә таңдан эш ҡайнай. Бөгөнгө көнгә был бүлексәгә ҡарағандарҙың 70 % -ы тауыш биреп өлгөргән дә инде.

- Дәүләттең төп документы төҙәтмәләренә тауыш биреү актив бара. Тауыш биреүселәрҙең һаулығын һаҡлау маҡсатында бөтә санитар нормаларҙы күҙ уңында тотоп хеҙмәтләндерәбеҙ. Уларҙың һәр береһенә битлек, бирсәткә, бер тапҡыр ҡулланыла торған ручка бирелә. Участкала 12 кеше эшләй. 65 йәштән өлкәндәр өсөн күсмә һайлау төркөмө эшләне. Бында ла комиссия ағзаларын яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, ҙур теләк менән тауыш бирҙеләр, - ти участка председателе Е.В. Ишбирҙина.