Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 17:00

Балаларҙың киләсәге яҡты булһын!

Сибай ҡалаһы 632-се участкаһында өйҙә тауыш бирергә теләүсе 65 йәштән өлкәндәр өсөн булдырылған күсмә һайлау комиссияһы эшен тамамланы.

Сибай ҡалаһы 632 участкаһында өйҙә тауыш бирергә теләүсе 65 йәштән өлкәндәр өсөн булдырылған күсмә һайлау комиссияһы эшен тамамланы. Комиссия хеҙмәткәрҙәрен дә төрлө кеше - төрлөсә ҡаршы алды. Илебеҙҙе ҡурҡыуға һалған коронавирус инфекцияһынан һаҡланып өйҙә ултырған өлкән йәштәгеләрҙең күбеһе өйҙә тауыш биреү мөмкинлеген булдырыуға ҡыуанһа, участкаға үҙҙәре барырға теләүселәр ҙә булды. Шуныһы ҡыуаныслы, ҡала халҡының барыһы ла илебеҙ тарихында һанаулы ғына булған мөһим ваҡиғанан ситтә тороп ҡалырға теләмәй.
- Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереүҙе хуплайым. Бындай ваҡиғаларҙан һуң илебеҙ халҡының тормош-көнкүреше тағы ла яҡшырырына ышанам. Сөнки һәр быуын заманына ҡарап, алға ынтылырға тейеш. Беҙ йәшәйһен йәшәгәнбеҙ инде, балаларҙың киләсәге тыныс һәм яҡты булһын ине. Бының өсөн илдә барыһы ла эшләнелә: яңы эш урындары булдырыла, мәктәптәр, балалар баҡсалары, бик күп социаль ойошмалар асыла. Мин үҙем хаҡлы ялға сыҡҡансы 30 йыл Сибай ҡалаһында төҙөлөштә ер ҡаҙыусы булып эшләнем. Беҙҙең быуын ошо эштәрҙә тәрбиәләнде, нығынды. Тәртип боҙоу, бойороҡто үтәмәү тигән нәмәләр булманы. Шуға күрә, киләсәк быуынды тик яңы эш урындары булдырып, маҡсатҡа ынтылышлы итеп тәрбиәләгәндә генә илебеҙ бәрәкәтле ҡулдарҙа булыр, - тип үҙ фекере менән бүлеште өйҙә тауыш биреүсе 82 йәшлек Нәғимә Уйылдан ҡыҙы Вәлиева.
Читайте нас: