Шулай уҡ битлек режимы оҙайтылды.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда мәктәп яны лагерҙарын асыу ике аҙнаға күсерелде. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошо турала әйтте. Лагерҙарҙы 1-3 июлдә асырға тейештәр ине. Яҡынса дата - 13-15 июль.
— Әйҙәгеҙ, үҙебеҙгә гонаһ алмайыҡ. Роспотребнадзор ярамай тип әйтә икән, тимәк, ярамай, - тине Хәбиров.
Республикала битлек режимы һаҡлана. Йәмәғәт транспортында, күп функциялы үҙәктә, магазинда, банкта һәм башҡа ябыҡ биналарҙа битлек кейеү мотлаҡ.
#нацпроекты#миллипроекттар