Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 11:19

Хәрби йыйылыш иғлан ителде

Рәсәй президенты В.В.Путин запастағы граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй президенты В.В.Путин запастағы граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Хеҙмәткә саҡырылыусылар Рәсәй Федерацияһы ҡораллы көстәрендә, милли гвардия ғәскәрҙәрендә, дәүләт именлеген һаҡлау һәм федераль дәүләт хәүефһеҙлеге органдарында хеҙмәт итәсәк.
Владимир Путиндың был бойороғон тормошҡа ашырыу Рәсәй Хөкүмәтенә һәм төбәк етәкселәренә йөкмәтелде. Президент указы 29 июндә үҙ көсөнә инде.
Запастағы 5 -15 меңгә тиклем граждан хәрби хеҙмәткә йыл һайын саҡырыла. Улар өсөн ойошторолған әҙерлек “әрмеһе” 2 аҙнанан 2 айға тиклем дауам итә.
#В.В.ПУТИН
Читайте нас: