Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 13:00

1 июлдән Рәсәйҙә ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Йыл ғинуарҙан башланһа ла, башлыса үҙгәрештәр 1 июлдән генә ғәмәлгә инә. Ошо мәлдән һәр ваҡыттағыса торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә хаҡ арта. Шулай уҡ башҡа үҙгәрештәр ҙә күп кенә. Был хаҡта сайттан уҡып белегеҙ.

Йыл ғинуарҙан башланһа ла, башлыса үҙгәрештәр 1 июлдән генә ғәмәлгә инә. Ошо мәлдән һәр ваҡыттағыса торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә хаҡ арта. Шулай уҡ башҡа үҙгәрештәр ҙә күп кенә. Был хаҡта сайттан уҡып белегеҙ.
*16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған;
*Барлыҡ төбәктәр үҙмәшғүлдәр өсөн һалым индерергә хоҡуҡлы, ә үҙмәшғүл статусын 16 йәштән алырға мөмкин;
*Рәсәйҙә туристик миҙгел асыла. Балалар лагерҙары һәм шифаханалар эшләй башлай (төбәктәр үҙҙәре хәл итә);
*Дарыуға, аяҡ кейеменә һәм тәмәкегә билдә мотлаҡ ҡуйылырға тейеш;
*Пенсионерҙарҙың ҡайһы бер категорияларына түләүҙәр индексациялана: бәлиғ булмаған балаларҙың опекуны йәки попечителе булғандарға, шулай уҡ эшләп йөрөгән пенсионерҙар эшләүҙән туҡтаһа, уларҙың пенсияһын индексациялау тергеҙелә;
*1 июлдән 31 декабргә тиклем эшләп йөрөгән граждандарға электрон йәки ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһен һайларға кәрәк.
*Тюнингланған автомобилдәрҙе теркәүҙең яңы ҡағиҙәләре индерелә. Машинаһына газ ҡорамалы ҡуйғандар, автомобилен көс бамперҙары йәки экспедиция багажниктары менән йыһазландырғандар, шулай уҡ штат ултырғыстарын алмаштырғандар өсөн техник лабораторияға барыу мотлаҡ;
*Рәсәй биләмәһенә төҙөлөш өсөн махсус техника, самосвалдар, экскаваторҙар, манипуляторҙары булған йөк машиналары, шулай уҡ йөк тракторҙары һәм руле уң яҡта урынлашҡан пассажир автобустары индереү тыйыла.