Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2020, 11:13

Урамдарға табиптар исеме бирелә

Коронавирус инфекцияһынан һәләк булыусы табиптарҙың ғаиләләренә лә ирекмәндәр ҙур ярҙам күрһәтте. Бөгөн улар ярҙамында 143 ғаиләгә бөтәһе 4,5 миллионға яҡын аҡса тапшырылған.

Махачкала ҡалаһынан ирекмән-табип Гаджи Шахназаров Рәсәй президенты В.В.Путинға урамдарҙы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш ваҡытында һәләк булыусы табиптарҙың исеме менән атау тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Ил башлығы был тәҡдимде хупланы, мәктәптәргә, медицина колледждарына, институттарға һәм башҡа социаль ойошмаларға биреү мөмкинлеге тураһында белдерҙе.
- Донъялағы ауыр, буталғыс ваҡытта һәр сараның үҙәген тәшкил итеүсе ирекмәндәргә сикһеҙ рәхмәтлемен. Пандемия ваҡытында ғына улар 3 миллионға яҡын мохтаждарҙы хеҙмәтләндерҙе. Коронавирус инфекцияһынан һәләк булыусы табиптарҙың ғаиләләренә лә улар ҙур ярҙам күрһәтте. Бөгөн ирекмәндәр ярҙамында 143 ғаиләгә бөтәһе 4,5 миллионға яҡын аҡса тапшырылған. “Беҙ бергә” акцияһы берҙәмлекте сағылдырған илебеҙ символына әүерелде,-тине ил башлығы.
#ВВПУТИН