Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәгендә урынлашҡан 636 -сы һайлау участкаһында Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү дауам итә. Һайлау участкаһы рәйесе Сәжидә Факил ҡыҙы Ғәниева белдереүенсә, Сармат ҡасабаһы, Бүләков, Чайковский урамдарында, Интернационалистар тыҡрығында йәшәүселәр әүҙемлек күрһәтә.
--Биләмәлә йәшәүсе ололарҙың 65+ исемлеге төҙөлгән. Шуға ярашлы фатирҙар буйлап йөрөп, көнөнә 20-нән ашыу кешене һайлатабыҙ. Төрлөсә ҡабул итәләр. Сараның мөһимлеген аңлағандар ҙа, кире ҡарашлылар ҙа бар,--ти рәйес.—Тауыш биргәндәргә “Рәхмәт” акцияһы купоны таратабыҙ. Купон буйынса магазиндарҙан ташламалы хаҡҡа аҙыҡ-түлек алырға була. Ял көндәре йәштәр, ир-егеттәр участкаға күпләп килеп тауыш бирҙе. Мин үҙем Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү мәсьәләһе буйынса ҙур ҡәнәғәтлек менән тауыш бирҙем, киләсәккә ҙур ышаныс менән бағам.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле илебеҙ Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү бара. Ул 1 июлдә 22.00 сәғәттә тамамлана.