--Мәликә өсөн быйылғы йыл уңышлы булды. Сит илдә үтәсәк бейеү конкурсына йыйынған ҡыҙҙың пландарын коронавирусҡа бәйле пандемия боҙһа ла, ул юғалып ҡалманы: бейеү буйынса интернет-конкурстарҙа бик теләп ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, ул хатта Халыҡ-ара бейеү конкурсында ла еңеү яуланы һәм көҙ көнө Италияла үтәсәк конкурсҡа саҡырыу алды,--тип ҡыуана Алһыу Хафизова.