Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь 2020, 15:45

Ололар ҡыуанып ҡаршы ала

Сибай ҡалаһының 630-сы һайлау участкаһында Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙәр дауам итә. Һайлау участкаһы рәйесе И.С.Хәмитов мөһим кампания үткән уҡыу йорто бинаһын тейешле кимәлдә әҙерләгән. Һайлау комиссияһында 12 кеше эшләй.

--Бөгөн шәмбе—ял булғанғамы, әүҙемлек һиҙелә. Тәүге көндәрҙә лә уңышлы ғына эшләнек. Йәштәре 65-тән үткәндәргә торлаҡтарына барып тауыш бирҙертәбеҙ. Ололар ҡыуанып ҡаршы ала, ишек асмаусыларға ҡабаттан барырға иҫәп тотабыҙ. Өс көндә 100-гә яҡын өлкән быуын вәкилдәрен һайлаттыҡ,--ти һайлау комиссияһы ағзаһы Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы Шәкирова.
Читайте нас: