Кремль сайты хәбәр итеүенсә, 29 июндә Рәсәй президенты Владимир Путин Конституцияға берҙәм тауыш биреү алдынан граждандарға мөрәжәғәте менән сығыш яһарға әҙерләнә.
Яңы Мөрәжәғәтнамә дәүләттең төп документына төҙәтмәләр индереү тураһында буласаҡ. Ил башлығы Конституцияға индерелгән төҙәтмәләр тураһында һөйләй, уларҙың әһәмиәтен аңлатасаҡ.
Тауыш биреү участкалары 25 июндән үҙ эшен башланы, ул 1 июлгә тиклем дауам итәсәк.