Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 17:03

Сибайҙар дәррәү тауыш бирә

Сибай ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына тауыш биреү өсөн 23 участка эшләй.

Сибай ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына тауыш биреү өсөн 23 участка эшләй. Уларҙың барыһы ла тауыш биреү санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәп ойошторолған. Бөгөнгө көндә 531 кеше тауыш биргән. Өйҙә тауыш бирергә теләгән 65 йәштән өлкәндәр өсөн күсмә һайлау комиссияһы булдырылды.
Участкаларҙа 25, 26, 27, 28, 29 июндә, 1 июлдә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем, 30 июндә 9.00 сәғәттән 14.00 –кә тиклем тауыш бирергә мөмкин.