Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 21:50

ОРДЕНЛЫ БУЛДЫЛАР

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарары менән Григорий Аксаков исемендәге орден булдырылғайны. Ул дәүләт, йәмәғәт эштәрендә намыҫлы эшләгәндәргә бирелә. Бөгөн бер төркөм замандаштарыбыҙға был награда тапшырылды. Улар араһында яҡташыбыҙ, Сибай Үҙәк ҡала дауаханаһы операция блогының өлкән шәфҡәт туташы ШИРШОВА Наталья Александровна ла бар.

2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарары менән Григорий Аксаков исемендәге орден булдырылғайны. Ул дәүләт, йәмәғәт эштәрендә намыҫлы эшләгәндәргә бирелә. Бөгөн бер төркөм замандаштарыбыҙға был награда тапшырылды. Улар араһында яҡташыбыҙ, Сибай Үҙәк ҡала дауаханаһы операция блогының өлкән шәфҡәт туташы ШИРШОВА Наталья Александровна ла бар.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был дәүләт наградаһын – Григорий Аксаков исемендәге орденды – фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Әмир ҡыҙы Үтәшеваға, Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире Вил Мамил улы Тимербулатовҡа, Белорет үҙәк район дауаханаһының баш шәфҡәт туташы Динә Ишмөхәмәт ҡыҙы Мансуроваға, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Николаевич Павловҡа, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының операция блогы өлкән шәфҡәт туташы Наталья Александровна Ширшоваға, республика СПИД-ҡа һәм инфекция ауырыуҙарына ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы Рафаэль Ғәли улы Яппаровҡа, Нефтекама ҡала дауаханаһының балалар поликлиникаһы бүлексәһе табип-физиотерапевы Дамир Исмәғил улы Фазлетдиновҡа тапшырылды.
Фотолар: Олег Яровиков, Дмитрий Мөхәмәтҡолов.