Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 21:40

МАҠТАУЛЫ ИСЕМ АЛДЫЛАР

Өфө ҡалаһында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө киң билдәләнде. Байрам саралары алты майҙансыҡта уҙғарылды. Шуларҙың береһендә аҡ халатлыларға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре исемдәре бирелде. Уларға, һәммәһе 35 кешегә, дәүләт наградаһын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тапшырҙы. Шуныһы ҡыуаныслы: юғары исемгә лайыҡ булыусылар араһында беҙҙең яҡташтар ҙа бар.

В.Шахов фотоһы.