Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 12:35

Кисә Башҡортостанда Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү башланды

Башҡортостанда 3395 һайлау участкаһы эшләй. Улар иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем халыҡты ҡабул итә.

Башҡортостанда 3395 һайлау участкаһы эшләй. Улар иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем халыҡты ҡабул итә.
Ведомство-ара комиссия участкаларҙы ҡарап, хәүефһеҙлек йәһәтенән (янғын һәм террорға ҡаршы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешен) тикшерҙе. Бынан тыш, вирустан һаҡланыу ҙа төп талап булып тора. Шуға ла техник тәнәфестәр була, эш өҫтәлдәре эшкәртелеп, һөртөлөп торасаҡ. Һайлаусыларҙың тән температураһы күҙәтелә, уларға битлек, бирсәткә һәм ручка бирелә.
Һайлау участкалары 25-29 июндә иртәнге 8-ҙән киске 8-гә ҡәҙәр эшләй. 30 июндә иртәнге сәғәт 8-ҙән төшкө 2-гә тиклем асыҡ була. 1 июлдә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гәсә һайларға мөмкин.