Баймаҡ районының 1050-се һайлау участкаһында, йәғни Иҫәнбәт ауылында кисә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса һайлау башланды. Бөтәһе 148 һайлаусы гражданлыҡ бурысын үтәргә киләсәк. Иң оло һайлаусылар- 91 йәшлек Диниә Йыһангирова һәм 85 йәшлек Ҡорбанғәле Илбулов. Ә Нәркәс Исрафилова менән Динис Сырлыбаев тәү тапҡыр тауыш бирә.
Һайлау комиссияһы рәйесе Рәзимә Сәйетова белдереүенсә, тауыш биреү алдан башланыу сәбәпле, сират күҙәтелмәй. Һәр ерҙә пандемияға бәйле хәүефһеҙлек саралары күҙәтелә. Өйҙән сыға алмаусыларҙың, оло йәштәгеләрҙең өйҙәренә барып һайлатыу ойошторолған.
һүрәттә: Рәлиф Исрафилов.