АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 11:05

«Рәсәй төбәктәрендә башҡорт халыҡ милли кейемен һаҡлап алып ҡалыу»

2020 йылдың 25 июнендә 11:00 сәғәттә «Рәсәй төбәктәрендә башҡорт халыҡ милли кейемен һаҡлап алып ҡалыу» темаһына түңәрәк өҫтәл үтәсәк. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторолған кәңәшмә ZOOM платформаһы аша, онлайн ойошторола.

Сарала Башҡортостан Республикаһынан, Ырымбур, Свердлов, Силәбе, Һарытау, Һамар, Курган өлкәләренән һәм Пермь крайынан этнография белгестәре, оҫталар ҡатнашасаҡ.
Доклад менән сығыш яһау өсөн [email protected] электрон адресына «Круглый стол» тигән тема менән заявка тултырып ебәреүегеҙ һорала.
Түңәрәк өҫтәлдең һылтанмаһы сара алдынан, һеҙ заявкала яҙып ебәргән электрон адресҡа, кеҫә телефонығыҙ номерына ебәреләсәк.
Онлайн кәңәшмәне ойоштороусылар: БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Милли музейы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
#нацпроекты#миллипроекттар