Коронавирус инфекцияһын эләктереү ҡурҡынысы янауына ҡарамай, быйыл Мәскәүҙәге парадҡа Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Босния һәм Герцеговина, Молдавия, Тажикстан, Сербия, Көньяҡ Осетия һәм Абхазия лидерҙары килде.
– Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан уҙғарылған парадты әҙерләүсе хәрби хеҙмәткәрҙәргә, ойоштороусыларҙың барыһына ла сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. Ата-бабаларыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған Бөйөк Еңеүҙе билдәләү, һуғыш ветерандарын тәбрикләү – беҙҙең төп бурысыбыҙ. Ҡыҙыл майҙанда үткән хәрби парад ваҡытында күңелгә тулған хистәрҙе әйтеп аңлатырлыҡ түгел, - тине ил башлығы.