Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2020, 16:05

Тауыш бирергә теләүселәр күпме?

Башҡортостан Республикаһында йәшәүселәрҙең 50-65 %-ы мотлаҡ тауыш бирергә киләсәге тураһында хәбәр иткән.

1 июлдә Рәсәйҙә илдең төп документы - Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү ойошторола.
Политолог Евгений Соболев белдереүенсә, тауыш бирергә халыҡтың 65%-ы киләсәк.
- «Левада-үҙәге» халыҡ араһында үткәргән һорау алыуҙан һуң, рәсәйлеләр социологтарҙың һорауҙарын яуап бирергә теләмәй, тигән фекергә килде. Шулай ҙа Башҡортостан Республикаһында йәшәүселәрҙең 50-65 %-ы мотлаҡ тауыш бирергә киләсәге тураһында хәбәр иткән. Өфөлә башҡа йылдарҙа үткәрелгән һайлауҙарға ҡарағанда, тауыш биреүгә килгән кешеләр һаны күпкә әҙерәк буласаҡ. Сөнки халыҡ коронавирус инфекцияһын эләктереүҙән ҡурҡа, шулай уҡ тауыш биреүҙә актив ҡатнашҡан студенттар ҙа йәйге каникулда” – тине Евгений Соболев.
Конституция төҙәтмәләренә тауыш биреүҙе үткәреү һәм был турала халыҡ фекерен ишетеү ҡарарын Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин ҡабул итте.
Башҡортостан Республикаһында һайлау участкалары 8.00-ҙән 20 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.