Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2020, 13:55

БЕРГӘЛӘП КОРРУПЦИЯҒА ҠАРШЫ

Йәштәр араһында "Бергәләп коррупцияға ҡаршы" исемле социаль рекламаға конкурс үткәрелә. "Иң яҡшы плакат", "Иң яҡшы видеоролик" номинацияларында еңеүсе билдәләнәсәк.

Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы йәштәр араһында "Бергәләп коррупцияға ҡаршы" социаль рекламаға конкурс үткәрә. "Иң яҡшы плакат", "Иң яҡшы видеоролик" номинацияларында еңеүсе билдәләнәсәк. 14 йәштән 35 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала. Эштәр 1 октябргә тиклем ҡабул ителә.
9 декабрҙә - Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнөндә конкурсҡа йомғаҡ яһала, еңеүселәр билдәләнә.
Тулыраҡ рәсми сайтта танышырға була: http://www.anticorruption.life
Фото: ves-vesti.ru