Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2020, 11:32

Бөгөн хәрби парад үтәсәк!

Бөгөн илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы хәрби парад үтәсәк. Ул ғәҙәттәгесә Мәскәү ваҡыты менән 10.00 сәғәттә башлана. Парадта ҡатнашыусылар барыһы ла коронавирус киҙеүенә тест үткән, уларға битлектәр һәм бирсәткәләр таратылды.

Башҡортостанда ветерандарға ҡала һәм ауыл майҙандарында, уларҙың йорт ихаталарында хәрби оркестр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре концерт әҙерләне, уларҙы етәкселәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре тәбрикләйәсәк.
Мәскәүҙә байрам көнө ҙур салют менән тамамланасаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән 24 июнь ял көнө тип иғлан ителде.
#В.В.ПУТИН