Рәсәй президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проекты нигеҙендә IT-технологиялар өсөн күләмле төбәк акселерация программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Башҡортостанда был программаны беренсе тапҡыр ғәмәлгә индереүҙе республиканың Дәүләт һанлы үҫеш идараһы министрлығы тәҡдим итте.
Ведомствоның мәғлүмәт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика төбәктәрендә ярты йыл дауамында мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә стартап көндәре, семинарҙар, хакатондар, митаптар, тренингтар ойоштороу ҡаралған. Саралар Өфө дәүләт нефть техник университеты нигеҙендә үткәреләсәк.
– Төбәк акселерация программаһының төп эксперттары IT-проекттарға финанс ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәре, дөйөм алғанда Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды конкурстары тураһында мәғлүмәт бирәсәк. Был конкурстарҙа 500 меңдән 20 миллион һумға тиклем грант отоу мөмкинлеге бар. Спикерҙар эш барышы тураһында ентекле өйрәтеп, тыңлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Вебинарға студенттар, ғалимдар, инженерҙар һәм IT-технологиялар өлкәһендә үҙҙәренең яңы проекттарын тормошҡа ашырырға теләүселәр саҡырыла, – тине министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре.
Программала ҡатнашыу өсөн https://startuprb.timepad.ru/event/1339298/ һылтанмаһы буйынса теркәлергә кәрәк буласаҡ. IT проекттар өсөн грант программаларын онлайн- ҡарау 23 июндә көндөҙгө 17.00 сәғәттә була.