25 июндән Башҡортостан Республикаһы Росреестр идаралығы Күсемһеҙ милек Берҙәм дәүләт реестрының Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһына (ФГИС ЕГРН) күсә. Дәүләт күсемһеҙ милек кадастр объекттарының һәм Берҙәм дәүләт хоҡуҡтар реестры мәғлүмәт базаһын берләштерелә. Былар барыһы ла күсемһеҙ милекте рәсмиләштереүҙе еңелләштерә. Тимәк фатир, йә башҡа күсемһеҙ милек һатып алыусылар интернет селтәрендә дәүләт хеҙмәте порталында (www.gosuslugi.ru) документтар теркәп Росреестр рәсми порталындағы (https://rosreestr.ru/) “Шәхси кабинет” аша электрон теркәү үтә ала. Был база мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн дә етди тикшерә.