22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнө
1941 йылдың 22 июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. Дүрт йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлә, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканың 278 яугире Советтәр Союзы Геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була.
Республика халҡы бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә ала. Еңеү өсөн йәнен, тәнен аямай һуғышҡан батырҙар һәйкәлдәренә сәскәләр һалына. Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Сибай ҡалаһының Еңеүҙең 30 йыллығы скверындағы “Мәңгелек ут” мемориалына сәскәләр һалынды. Сарала ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов, предприятие, ойошма, учреждениелар етәкселәре ҡатнашты.
Был хәтерҙән юйылмаҫ көн беҙҙең барыбыҙҙы ла берләштерергә тейеш. Бөйөк Ватан һуғышы тарихын үҙгәртеп яҙырға маташыусылар ҡан менән яҙылған үткән ысынбарлыҡты юя ла, бысрата ла алмай, сөнки халыҡ хәтере ныҡ.