Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 11:02

Бюджет урындары бүленә

Рәсәй президенты Владимир Путин ғинуар айында Федераль йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә бушлай юғары белем алыу мөмкинлеген һаҡларға ҡушты. Шуға күрә...

Рәсәй президенты Владимир Путин ғинуар айында Федераль йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә бушлай юғары белем алыу мөмкинлеген һаҡларға ҡушты. Шуға күрә ил Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин төбәктәрҙәге юғары уҡыу йорттарына 11 меңгә яҡын бюджет урындар бүлеү тураһындағы Ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Документ министрҙар кабинеты сайтындабаҫылып сыҡты. Унда: "Бюджет урындары Рәсәй мәғариф һәм фән министрылығы ойошторған конкурс йомғаҡтарынан һуң уҡыу йортоноң рейтингына ҡарап бүленәсәк,- тип әйтелгән. Михаил Мишустин квалификациялы белгестәр етмәү арҡаһында төбәктәрҙәге юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары һанын йыл һайын арттырып барыуҙы ла тәҡдим итте.
#ВВПУТИН
Читайте нас: