Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 13:45

БӨТӘ РӘСӘЙ ТЫНЛЫҠ МИНУТЫ

Мәскәү ваҡыты буйынса 12:15 сәғәттә Бөтә Рәсәй тынлыҡ минуты иғлан ителә.

Бөгөн Мәскәү ваҡыты буйынса 12:15 сәғәттә Бөтә Рәсәй тынлыҡ минуты иғлан ителә.
22 июнь - Рәсәйҙә Хәтер һәм иҫкә алыу көнө. Ошо уңайҙан быйылдан Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышына арналған тынлыҡ минуты рәсми рәүештә уҙғарыла башлай.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры М.Мишустин әйтеүенсә, Бөтә Рәсәй тынлыҡ минуты Рәсәй Федерацияһы территорияһында йыл һайын бер ваҡытта, Мәскәү ваҡыты буйынса 12 сәғәт 15 минутта үткәреләсәк. Был юҡҡа түгел. 1941 йылдың 22 июнендә нәҡ ошо ваҡытта Советтар Союзына Германияның баҫып инеүе хаҡында эфир аша мәрәжәғәт яңғырай.
Бөтә Рәсәй тынлыҡ минутын республика дәүләт телерадиоканалдары 14:15 сәғәттә эфирға сығарасаҡ (трансляция).