Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2020, 16:46

Яңы предприятие эш башлай

20 июндә эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт Премьер-министры Борис Владимирович Беляев килде. Борис Владимирович Матросов һәм Чайковский урамдарыныдағы йорт алды майҙансыҡтарын төҙөкләндереү эштәре менән танышты, «Ирәндек» клубын реконструкциялауҙы тикшерҙе.

Бөгөнгө көндә ҡулланыуға тапшырыу стадияһында булған кирбес, плитә, брусчатка һәм бордюрҙар етештереүсе «Блэк Стоун» предприятиеһы ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Предприятиела дөйөм майҙаны 2,5 мең кв.м. булған цех реконструкциялаған, кран һәм таш эшкәртеү станоктары урынлаштырылған. Бында 60 яңы эш урыны булдырыу ҡаралған. Предприятие Башҡортостандың өҫтөн инвестиция проекттары исемлегенә инде.