Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 10:50

Йәштәр менән бер тулҡында

Һәләтле уҡыусыларҙың тормошта үҙ юлдарын табасаҡтарына иманым камил. Бала ғына булһалар ҙа әле үк күп нәмәгә өлгәшеүҙәре һоҡландыра. Үҙемдән беләм: уңыштың 10 проценты ғына таланттан тора, ҡалған 90 проценты көндәлек хеҙмәт һәм ҡаты үҙтәртип. Быларҙың барыһыла яңы студент тормошонда ныҡ кәрәк буласаҡ. Өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ ҡуя белегеҙ, яңылыҡҡа ынтылығыҙ, көслө рухлы булығыҙ! Һеҙгә уңыштар теләйем һәм һөнәр алғас үҙ төйәгебеҙ ҡеүәтен арттырыу өсөн тыуған яҡҡа эшкә ҡайтырығыҙға ышанам.

Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов 11 класты тамамлаусы республика һәм Бөтә Рәсәй предмет олимпиадалары еңеүселәре менән осрашты.
--Йәштәр менән бер тулҡында булыу оҡшаны! Ҡыҙҙар-егеттәрҙән ихласлыҡ бөркөлә, тәрән фекер йөрөтөүҙәре, позитив булыуҙары менән арбаны. Иң беренсе нәүбәттә, киләсәккә пландар, хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәр, уңыш нигеҙҙәре хаҡында һөйләштек,--тип яҙа башлыҡ үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.--Сығарылыш класы уҡыусыларынан мәктәптәрҙә нимәне үҙгәртергә кәрәклеген ишетеү файҙалы булды. Сит телдәрҙе өйрәнеүгә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк тигән фекерҙәрен мәғариф системаһы ишетһен ине. Сөнки сит телдәрҙе белеү күп мөмкинлектәр аса.