Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 11:07

Ветерандар ниңә изоляцияға ебәрелгән?

Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан үтәсәк парадта Президент Владимир Путин янында ултырасаҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ике аҙнаға шифаханаларға изоляцияға һалғайнылар. Был турала Кремль сайтында аңлатма бирелде.

“Һанаулы ғына ҡалған хөрмәте Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын шифаханаларға урынлаштырыу – ауырыуҙарға тиҙ бирешеп барыусан өлкәндәрҙе киҙеүҙән һаҡларға ла ярҙам итәсәк. Ял йорттарында бер аҙ дауаланып, хәл йыйып сыҡһындар. Бөйөк Еңеүҙең һаҡлаусы ветерандарыбыҙҙы һаҡларға тейешбеҙ. Улар күрһәткән батырлыҡтар ҙур ихтирамға лайыҡ, -тине Рәсәй Президенты В.В.Путин.
#ВВПУТИН