Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 20:45

Иң аяуһыҙ, ҡанлы һуғыш

Башҡортостандың мәҙәниәт ойошмалары Хәтер көнөнә арналған саралар – акциялар, флешмобтар, видеояҙмалар, сығыштарҙың, спектаклдәрҙең тапшырыуҙарын, лекциялар әҙерләне. Эпидемиологик хәлгә бәйле бөтә саралар онлайн тәртибендә уҙғарыла.

Йыл һайын 22 июндә Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө – Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың сираттағы йыллығы билдәләнә. 1941 йылдың йәйендә тап ошо көндә илебеҙ тарихындағы иң аяуһыҙ, ҡанлы һуғыш башланған.
Башҡортостандың мәҙәниәт ойошмалары ошо датаға арналған саралар – акциялар, флешмобтар, видеояҙмалар, сығыштарҙың, спектаклдәрҙең тапшырыуҙарын, лекциялар һ.б. әҙерләне. Эпидемиологик хәлгә бәйле бөтә саралар онлайн тәртибендә уҙғарыла.
Сараларҙың тулы исемлеге һәм графигы менән https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/281592/ һылтанмаһы аша үтеп танышырға мөмкин.