АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 10:25

Грант отҡандар

Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһы “Алға, Сибай!” урындағы йәмәғәт ойошмаһы партнерлығында Президент грантынының икенсе конкурсында еңеп сыҡты. “Сикһеҙ бассейн” проектының грант тәғәйенләнеше “Демография” милли проекты буйынса ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлауға йүнәлтелгән.

Эксперттар шулай уҡ “Сикһеҙ бассейн” проектының инвалид, сәләмәлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың һаулығын нығытыуға, уларҙы социаль адаптациялауға йүнәлтелеүен юғары баһалаған.
Отҡан гранттың күләме 840715, 00 һум тәшкил итә. Балалар баҡсаһы коллективы эшмәкәрлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн конкурсты ойоштороусыларҙан 624940, 00 һум аҡса һораһа, 215 775, 00 һум аҡса софинаслауҙан йыйылған.
Дәүләт ярҙамы “Әкиәт” балалар баҡсаһының бассейн инфраструктураһында уңайлы шарттар тыуҙырыуға тотоноласаҡ.
--Рәсәй Федерацияһы Президенты грантын отоу—ул ҡаҙаныш ҡына түгел, ҙур яуаплылыҡ та. Дөйөм эште һөҙөмтәләре менән ғорурланырлыҡ итеп ғәмәлгә ашырырға бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ,--ти балалар баҡсаһы мөдире Н.А.Фәттәхова.
#нацпроекты#миллипроекттар