Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2020, 21:13

Ялғанға ышанмағыҙ

Өфөлә Конституция төҙәтмәләренә тауыш биреү көнө алдынан йәмғиәт фекерен бутау «Фейк картина» докладының презентацияһы үтте. Онлайн-фекер алышыуҙа юридик ойошмалар, фәнни берләшмә вәкилдәре, студенттар һәм киң мәғлүмәт саралары ҡатнашты.“Граждандар контроле” ассоциацияһының етәксеһе, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтарын һаҡлау советы ағзаһы Александр Брод белдереүенсә, доклад Дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙе дискредитациялау маҡсатында йәмәғәт фекерен ялған хәбәр менән тартҡатыу механизмдарын асты.

Өфөлә Конституция төҙәтмәләренә тауыш биреү көнө алдынан йәмғиәт фекерен бутау «Фейк картина» докладының презентацияһы үтте. Онлайн-фекер алышыуҙа юридик ойошмалар, фәнни берләшмә вәкилдәре, студенттар һәм киң мәғлүмәт саралары ҡатнашты.
“Граждандар контроле” ассоциацияһының етәксеһе, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтарын һаҡлау советы ағзаһы Александр Брод белдереүенсә, доклад Дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙе дискредитациялау маҡсатында йәмәғәт фекерен ялған хәбәр менән тартҡатыу механизмдарын асты.
Иң таралған фейктарҙың береһе тауыш биреүҙең ябыҡ буласағы һәм төрлө сикләүҙәрҙең ғәмәлгә индерелеүенә ҡағыла. Мәҫәлән, тауыштарҙы иҫәпләгәндә журналистарҙы индереүҙе тыйыу тураһында ялған хәбәр таралды. Ысынында, киң мәғлүмәт саралары элеккесә комиссия ағзаларының эшен һәм участкаларҙағы хәлде күҙәтә ала. Шулай уҡ законһыҙ агитация алып барыу, тауыш биреүҙең яңы формалары критикалана. Тауыш биреүҙе күҙәтеүселәрҙә лә негатив үҙаң тыуҙырыруға тырышалар. Шулай ҙа 250 мең тауыш биреүҙе күҙәтергә теләүселәр араһында ғаризаларын кире алыусылар булманы,” -тине Брод.
Китап магазины кәштәләрендә төҙәтмәләр индерелгән Конституция һатыла башланы. Бында документтың нәшер ителгән йылы 2020 йыл тип яҙылһа ла, төҙәтмәләр уҙған йылдыҡы индерелгән. Быға ла иғтибарлы булырға кәрәк. Рәсәйҙә мосолмандар мотлаҡ суҡындырылырға тейеш тигән мәғлүмәт тә ялған. Бындай төҙәтмә документта бөтөнләй юҡ.
Интернет селтәрендә “Конституция – 2020” сайтының ялған күсермәһе булыуы тураһында ла докладсылар иҫкәрмә эшләне.
Илдең төп документына тауыш биреү мөһим. Илебеҙҙең нигеҙе – берҙәм, тырыш халҡы. Шуға күрә илебеҙҙең яҡты киләсәген һәр беребеҙҙең биргән тауышы хәл итәсәк.