Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2020, 11:07

Президент менән тура бәйләнеш ойошторола

Президенттың матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков белдереүенсә, ысынлап та, Рәсәй халҡы менән Владимир Путин тура бәйләнеш үткәрәсәк.

Интернет селтәрендә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө яҡынлашҡан һайын төрлө имеш-мимештәр күбәйә бара. Тағы ла бер ялған хәбәр: ил башлығының тура эфирға сығып, халыҡты тауыш бирергә саҡырыуы.
Президенттың матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков белдереүенсә, ысынлап та, Рәсәй халҡы менән Владимир Путин тура бәйләнеш үткәрәсәк. Тик ул Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөнән һуң ойошторола. Уның барышында ил етәксеһе Рәсәй граждандарын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк, уларҙы борсоған хәлдәрҙән сығыу юлдары ҡараласаҡ. Президентҡа һорауҙарҙы смс, махсус мобиль ҡушымта йәки программа сайты аша ла бирергә була.
– Тура бәйләнештең теүәл ваҡыты әлегә билдәһеҙ, был турала өҫтәмә хәбәр ителәсәк. Владимир Путиндың граждандар менән аралашыу өсөн тура бәйләнешкә сығыуы тулы форматта уҙасаҡ, – тине Д. Песков.
#ВВПУТИН