Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2020, 01:00

Баймаҡта Конституция ирекмәндәре эш башланы

Мәғлүмәт нөктәһе Баймаҡ ҡалаһында ла эш башланы. Баймаҡ районының йәштәр эштәре буйынса комитетынан Нурзилә Аҙнағолова менән Илгизә Байсурина тәүгеләрҙән булып Конституция ирекмәне булып теркәлде.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында халыҡҡа Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр тураһында мәғлүмәт биреү буйынса 28 мәғлүмәт нөктәһе бар.
Мәғлүмәт нөктәһе Баймаҡ ҡалаһында ла эш башланы. Баймаҡ районының йәштәр эштәре буйынса комитетынан Нурзилә Аҙнағолова менән Илгизә Байсурина тәүгеләрҙән булып Конституция ирекмәне булып теркәлде. Әйткәндәй, был уңған ҡыҙҙар коронавирус эпидемияһы осоронда ла оло йәштәгеләргә, шулай уҡ ауыр тормош ҡосағында ҡалыусыларға, ярҙамға мохтаж булыусыларға аҙыҡ-түлек тупланмаһы таратыуҙа, дарыуҙар алып килеүҙә һәм башҡа төрлө ярҙам күрһәткән. Әле халыҡ күп йөрөгән урындарҙа – парктарҙа, скверҙарҙа һәм сауҙа үҙәктәрендә Конституция ирекмәндәре Конституцияға индерелгән үҙгәрештәр хаҡында һөйләй, граждандарҙың һорауҙарына яуап бирә, ирекле акцияларҙа ҡатнашырға саҡыра.
Әйткәндәй, Нурзилә менән Илгизә волонтерыконституции.рф порталында теркәлеү үткән.