Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 11:35

Юл аҙабы гүр ғазабына әйләнгән

Кисә Башҡортостандан йыраҡ түгел урында, М5 трассаһында Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән менән Һатҡы ҡалалары араһында, трассаның 1648-се километрында юл фажиғәһе теркәлде. Ҙур тиҙлек менән килгән йөк машинаһының тормозы эштән сығып трассала үҙенән алда барған икенсе йөк машинаһы артында туҡтаған дүрт еңел автомобилен тапатҡан.

Кисә Башҡортостандан йыраҡ түгел урында, М5 трассаһында Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән менән Һатҡы ҡалалары араһында, трассаның 1648-се километрында юл фажиғәһе теркәлде. Ҙур тиҙлек менән килгән йөк машинаһының тормозы эштән сығып трассала үҙенән алда барған икенсе йөк машинаһы артында туҡтаған дүрт еңел автомобилен тапатҡан. Машиналарҙан тимер өйөмө генә тороп ҡалған. “Көньяҡ Урал” юлдар идаралығы хәбәр итеүенсә, ике кеше урында һәләк булған, өсәүһе ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Улар араһында Башҡортостан кешеләре булғанмы, юҡмы, әлегә мәғлүмәттәр билдәһеҙ.
Читайте нас: