Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 20:55

Юғалған Йомабай табылған да ул...

Йомабай Мараҡановты һуңғы тапҡыр 10 июндә тыуған ерендә Йылайыр районының Бәләкәй Юлдыбай ауылында – күргәндәр. Ошо ваҡыттан алып уның тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр булмаған.

Башҡортостандағы “Лиза Алерт” отряды ирекмәндәре Йылайыр районының Бәләкәй Юлдыбай (Һынташ) ауылында 10 июндә юғалған 19 йәшлек егетте эҙләү фәжиғәле тамамланыуҙы хәбәр итә. Бөгөн уның мәйете табылған.
Йомабай Мараҡановты һуңғы тапҡыр 10 июндә тыуған ерендә – Йылайыр районының Бәләкәй Юлдыбай ауылында – күргәндәр. Ошо ваҡыттан алып уның тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр булмаған.
“ГорОбзор” баҫмаһы хәбәрсеһе һүҙҙәренән, егеттең дуҫтары ағаһының тыуған көнөн үткәргән. Аҙаҡ улар күрше ауылға дискотекаға киткән. Юлда йәштәрҙе республика ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан. Асыҡланыуынса, ул атаһының машинаһына идара иткән һәм водитель танытмаһы булмаған. “Машинаны тартып алдылар һәм яптылар. Уны өйгә ҡайтарманылар. Бик ныҡ ҡайғырҙы. Дуҫтары полицияла эш асасаҡтары хаҡында хәбәр итте. Шуға ул ҡурҡҡан һәм өйгә ҡайтмаған”,–тип белдергән егеттең туғаны.
Йомабайҙың яҡындары һәм дуҫтары егетте эҙләгән, тик уны бер ҡайҙа ла тапмаған. Социаль селтәргә ул һуңғы тапҡыр 10 июндә сәғәт 5-тә ингән. Ошо ваҡыттан алып ул смс-хәбәрҙәргә һәм шылтыратыуҙарға яуап бирмәгән. Егеттең әсәһе күптән үлгән, уны атаһы менән өләсәһе тәрбиәләгән.