Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 11:04

Яңы йыл каникулдары кәмей

Рәсәй иҡтисады советы башлығы Андрей Кутепов 2021 йылдан башлап яңы йыл каникулдарын кәметеү тураһында яңы закон проектын тәҡдим итте.

Рәсәй иҡтисады советы башлығы Андрей Кутепов 2021 йылдан башлап яңы йыл каникулдарын кәметеү тураһында яңы закон проектын тәҡдим итте. Был проект коронавирус пандемияһы ваҡытындағы ял көндәрен компенсациялау өсөн эшләнде.
Быға тиклем Рәсәй Президенты В.В.Путин илдә коронавирус киҙеүе ныҡлап таралмаһын өсөн 30 марттан 30 апрелгә тиклем үҙизоляция режимын тәҡдим итте. Унан һуң Конституция төҙәтмәләренә тауыш биреү, Еңеү парады уҙасаҡ көндәр ял тип иғлан ителде. 1 майҙан 9 майға тиклем байрам көндәре лә оҙонайтылғайны. Шулай итеп, уҙған йылға ҡарағанда, ял көндәре 2020 йылда 20 процентҡа күберәк булған.
Документ проектында “2021 йылдың 4 ғинуарынан 8-енә тиклем эш көнө тип һанарға, 7 ғинуар, байрам көнө булараҡ, ял тип иғлан ителергә тейеш”, тип яҙылған. Был закон проекты ведомствоға индерелгән.
#В.В.ПУТИН