Сибай ҡалаһының халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәге коллективы “Демография” милли проекты сиктәрендә Фәрғәт Зиннур улы Сәйетҡоловты 80 йәше тулыу айҡанлы йорто янына барып ихлас ҡотланы. Фәрғәт Зиннур улы ҡала төҙөлөшөнә тос өлөш индергән хеҙмәт ветераны, Сибай ҡалаһын ғына түгел, тотош Урал аръяғын төҙөшкән "Башмедьстрой" предприятиеһының профсоюз ойошмаһы рәйесе вазифаһын башҡарған.
--Фәрғәт Зиннур улы һәр ваҡыт төҙөүселәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртты: торлаҡ шарттарын яҡшыртты, шифаханаларға йүнәлтмәләр, матди ярҙам юлланы. Йәй булһа “Орленок” лагерында балалар ялын ойоштороуға ҙур әһәмиәт бүлде,--ти уның хәләл ефете Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы Әхмәтова. –Шәп ғаилә башлығы, ике ул, бер ҡыҙыбыҙ өсөн өлгөлө атай. Балаларыбыҙ юғары вазифалар биләп, урында эшләй. Ейән-ейәнсәрҙәр бәхетенә, балалар хәстәренә төрөнөп, баҡса үҫтереп, барына шөкөр итеп йәшәйбеҙ.