Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 17:35

Өфө Хеҙмәт даны ҡалаһы исеменә дәғүә итә

Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҙур өлөш индергән тылдағы ҡалаларға бирелә. 1941-1945 йылдарҙа Башҡортостандың баш ҡалаһы фронтты хәрби продукция һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе төп үҙәктәрҙең береһе була.

Был мәртәбәле исем быйыл 1 мартта булдырылды. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҙур өлөш индергән тылдағы ҡалаларға бирелә. 1941-1945 йылдарҙа Башҡортостандың баш ҡалаһы фронтты хәрби продукция һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе төп үҙәктәрҙең береһе була.
Мәҫәлән, Өфөлә снарядтар, самолеттар эшләүгә фанера, фронтта телефон бәйләнеше өсөн кабель етештерелә. Самолеттарға яғыулыҡ, танктар өсөн двигатель майҙары сығарыла. Был продукцияның күбеһе һуғыш башланғас эвакуацияланған заводтарҙа етештерелә.
Сығанаҡ: БСТ сайты.