Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 20:35

Халҡыбыҙҙың даны

Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе И.Р.Солтангәрәев, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалды. Сәсәниә Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина батырыбыҙҙың тормош юлын байҡаһа, әүҙем йәмәғәтсе Таңһылыу Ғәйнуллина, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусыһы А.М.Моталлапова уның ижадына туҡталды.

Бөгөн Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл. Ошо уңайҙан республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларында ла төрлө саралар үтә.
Салауат Юлаев - Башҡортостандың милли геройы, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы етәкселәренең береһе, Емельян Пугачёвтың яуҙашы, шағир һәм сәсән.
Ул 1754 йылдың 16 июнендә тыуған, Рогервик ҡәлғәһендә (Эстония) каторгала 1800 йылдың 26 сентябрендә вафат була.