Ил башлығы В.В.Путин белдереүенсә, 24 июнгә планлаштырылған Еңеү парады Рәсәйҙең 13 ҡалаһында ойошторолмай. Был төбәктәрҙә коронавирус пандемияһы арҡаһында санитар-эпидемиологик хәл һаман да киҫкенләшә.
Шулай итеп Псков, Вологда, Ярославль, Орел, Курск, Белгород, Пермь, Пенза, Саранск, Силәбе, Түбәнге Тагил, Петропавловск-Камчатка һәм Якутск ҡалаларында парад булмаясаҡ.
24 июндә Еңеү парады туғыҙ герой – ҡалаларҙа, шулай уҡ хәрби штабта урынлашҡан төбәктәрҙә, флотты, хәрби хеҙмәтте берләштергән 19 ҡалала үтергә тейеш ине. Коронавирус киҙеүе ныҡлап таралған ҡалаларҙа был сараны уҙғарыуҙы, бөгөнгө көн хәленә ҡарап, төбәк башлыҡтары билдәләй.