--Эҫе миҙгелдә балалар ҙа, өлкәндәр ҙә берҙәй һыу инергә ярата. Матрайҙар ҙа июнь башынан һыу ятҡылығынан ҡайтышмай. Һыу инеү миҙгеле асылыуға “Торлаҡ коммуналь-хужалыҡ һәм ҡала мөхите булдырыу” милли проектына ярашлы ярға пирс ҡуйыу—һыу буйын төҙөкләндереүҙең башланғысы,--тип белдерҙе үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Б.Н.Мелкоедов.—Пирс яһауға материалдар бүлгән Йылайыр урман хужалығына, ҡул ярҙамы күрһәтеүсе Ирек Мәҡсүтовҡа, Наил Әбдрәхимовҡа, Юлдаш Ғәләүетдиновҡа, Бүләк Әптиковҡа, шулай уҡ изге эшкә өлөш индереүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәм.