АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 11:00

Справкалар йыйыу кәрәкмәй

Рәсәйҙәр социаль түләүҙәр һәм пособиеларҙы бер ниндәй справка йыймайынса юллай аласаҡ. Был хаҡтағы ҡарарға Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Ул ғаиләләргә тәғәйенләнгән пособие алыусыларға ҡағыла.

Рәсәйҙәр социаль түләүҙәр һәм пособиеларҙы бер ниндәй справка йыймайынса юллай аласаҡ. Был хаҡтағы ҡарарға Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Ул ғаиләләргә тәғәйенләнгән пособие алыусыларға ҡағыла.
Хәҙер түләүҙәр өсөн яуаплы органдар белешмәләрҙе башҡа ведомстволарҙан—Пенсия фондынан, Росреестрҙан, һалым һәм башҡа идаралыҡтарҙан туранан-тура аласаҡ. Быға ҡәҙәр дәүләт ярҙамы менән ҡулланыусылар уны үҙҙәре йөрөп юллай ине.
--Яҡшы яңылыҡ. Биш бала әсәһе булараҡ, дәүләт ярҙамын алыр өсөн күп йүгерергә тура килә, справкаларҙы ваҡытында юлламаһаң, түләүҙәрҙе алырмын тимә. Етәкселәргә рәхмәт, балалы ғаиләләрҙе ҡайғырталар. Әле йортобоҙға газ үткәреүгә сертификат алдыҡ,--тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты күп балалы әсә Гүзәл Солтанғолова.--Цифрлы мәғлүмәт заманында ҡағыҙ справкалар юллап йөрөүгә ваҡыт әрәм итмәҫбеҙ, исмаһам.