Рәсәй Президенты Владимир Путин мәғлүмәт-коммуникацион технологияларҙы һәм бәйләнеште үҫтереү мәсьәләләре буйынса видеоконференция режимында кәңәшмә үткәрҙе.
Ил етәксеһе был тармаҡтың заманса торошоноң динамикаһын, дәрәҗәһен һәм үҙенә генә хас стилен барлыҡҡа килтереүҙә эш алып барыу тураһында иҫкәртте. Кәңәшмәлә яңы кадрҙар, эш шарттары мәсьәләһе лә күтәрелде.
Владимир Путин белдереүенсә, был өлкәгә бер миллиондан артыҡ белгес йәлеп ителгән, 60 меңгә яҡын ойошма уңышлы эшләп килә.
Дәүләт башлығы эпидемия менән бәйле мәжбүри сикләүҙәр ваҡытында тармаҡтың әһәмиәте айырыуса яҡшы сағылуын билдәләне һәм Рәсәйҙең телекоммуникацион компанияларына рәхмәт белдерҙе.