Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 02:00

ЙӘНӘ ҮҘГӘРЕШТӘР БАР

Коронавирус сире таралыу ҡурҡынысы янау сәбәпле юғары әҙерлек режимына йәнә үҙгәреш индерелде.

Коронавирус сире таралыу ҡурҡынысы янау сәбәпле юғары әҙерлек режимына йәнә үҙгәреш индерелде.
Башлыҡ указына ярашлы, 17 йәшкә тиклемге балалар йәмәғәт урындарында ата-әсәһе оҙатыуынан тыш 22.00 сәғәттән 10.00 сәғәткә тиклем йөрөргә тейеш түгел.
15 июндән өҫтәлмә белем биреү программаһы менән эшләүсе белем усаҡтары асыла, шулай уҡ төрлө категория водителдәрен әҙерләүсе мәктәптәр эш башлай.
22 июндән үҙ штатында медицина белгесе тотоусы балалар шифаханаһы, профилакторийҙар, һауыҡтырыу лагерҙары үҙ ишектәрен аса. Уларҙы асыуға 15 июндә әҙерлек башлана.