АТАЙСАЛ
-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 14:05

Нимә ишетәһең, үлем ишетәһең

Аҡъяр-Сибай юлында 56 йәшлек иҫерек ир ВАЗ-2115 автомобилендә кюветҡа осҡан. Һөҙөмтәлә 37 йәшлек пассажиры шунда уҡ йән биргән.

Баймаҡ районының Күлтабан ауылы янында юл-хәрәкәте фажиғәһендә йәш ҡатын вафат булған. Башҡортостандың юл хәрәкәте хәүефһеҙле дәүләт инспекцияһы белдереүенсә, һәләкәт 9 июндә теркәлгән.
Аҡъяр-Сибай юлында 56 йәшлек иҫерек ир ВАЗ-2115 автомобилендә кюветҡа осҡан. Һөҙөмтәлә 37 йәшлек пассажиры шунда уҡ йән биргән.
Водителдең ҡанында 0,713 мг/л алкоголь булыуы асыҡланған. Әле тикшеренеү эштәре бара. Күреп белеүселәр әйтеүенсә, ҡатындың 3 балаһы етем ҡалған.
Иҫерек водитель—енәйәтсе, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Юлдарҙа абай булығыҙ!
Читайте нас: