Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 11:01

Эш хаҡы юғалмай

Дәүләт хеҙмәте порталында илдең төп документена үҙгәрештәр индереүгә бер аҙна алдан уҡ граждандарға тауыш биреү мөмкинлеге асыла. Был портал хакерҙар атакаһынан, системаның эшен боҙоуҙан ныҡ һаҡланған. Бөгөнгө көнгә 400 меңгә яҡын кеше электрон тауыш биреү өсөн ғариза яҙған.

Рәсәй президенты В.В.Путин белдереүенсә, 1 июль – Конституцияға үҙгәрештәр индереүгә дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө ял тип иғлан ителһә лә, эш хаҡы элеккесә түләнә. Был көндә эшләргә тура килеүселәр юғары эш хаҡы аласаҡ. Был турала “РИА Новости” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
Дәүләт хеҙмәте порталында илдең төп документына үҙгәрештәр индереүгә бер аҙна алдан уҡ граждандарға тауыш биреү мөмкинлеге асыла. Был портал хакерҙар атакаһынан, системаның эшен боҙоуҙан ныҡ һаҡланған. Бөгөнгө көнгә 400 меңгә яҡын кеше электрон тауыш биреү өсөн ғариза яҙған.
Тауыш биреү урынына килеүселәгә битлек, бирсәткә, бер тапҡыр ғына ҡулланыла торған ручка бирелә һәм тән температураһы тикшерелә.
Рәсәй Конституцияһына тауыш биреү өсөн сит илдәрҙә 144 майҙансыҡ эшләйәсәк. Рәсәй граждандарының 67%-ы мотлаҡ тауыш бирәсәге тураһында белдерһә, 21% -ы был сараға ҡаршы, ә ҡалғандар икеләнеүе тураһында белдерҙе.
#ВВПУТИН