--Металлургтар көнөнә һәм Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының 90 йыллығына һәйкәлде өлгөртәбеҙ,--ти предприятиеның генераль директоры Р.Б.Аблаев.—Ғөмүмән алғанда, “Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм уңайлы ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ҡасабаны төҙөкләндереү эштәре дауам итә: юлдар рәтләнә, ҡасабаға өҫтәмә һыу үткәргес һуҙыла.